Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯНҒАҘЫ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

Просмотров: 410

ЯНҒАҘЫ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Ишмөхәмәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 35 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 57 км алыҫлыҡта Бағанаҡатҡан й. (Оло Урғаҙа й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 393 кеше; 1920 – 497; 1939 – 194; 1959 – 158; 1989 – 136; 2002 – 154; 2010 —130 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Мәсет бар.

Ауылға Верхнеурал өйәҙе Түңгәүер улусы Алғазы а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1817 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсе Янғаҙы Турдасынов исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Анғаҙы, Нуғай, Нуғайлар булараҡ теркәлгән. 1866 й. 45 йортта 151 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

М.М.Маннапов, Р.И.Үтәғолов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019