Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯНҒАНТАУ, тау

Просмотров: 668

ЯНҒАНТАУ, тау, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Салауат р‑ны Сулпан а. көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. уң ярында урынлашҡан. Абс. бейеклеге 413 м. Формаһы һу­ҙылған. Түбәһе яҫы. Битләүҙәре һөҙәк, көньяҡ битләүҙәре текә, йылғаға ҡарай ҡапыл өҙөлә. Аҫҡы пермгәҡараған әртә ярусының битумлы мергелдәренән, эзбизташтарынан тора. Ландшафы кәҫле көлһыу тупраҡтағы, ҡара болон һәм һоро урман тупраҡтарындағы ҡатнаш урмандарҙан, ҡоро болондарҙан, һөрөнтө ерҙәрҙән ғибәрәт.

И.М.Япаров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019