ХӘЛИУЛЛИН Фирҡәт Әҙелйән улы
ХӘЛИУЛЛИН Фирҡәт Әҙелйән улы (1.6.1962, ТАССР‑ҙың Иҫке Кәкерле а.), фармхимик. Фарм. ф. д‑ры (1999), проф. (2000). Ҡазан мед. ин‑тын тамамлаған (1985). 1988 й. алып БДМУ‑ла уҡыта (1992 й. башлап фарм. химия каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге азотлы гетероциклдар нигеҙендә тиирандар һәм тиетандар реакцияһы синтезына һәм уларҙы тикшереүгә, конденсирланған дигидротиазоль циклы м‑н һәм составында тиетандиоксид циклы булған гетероциклдар синтезы ысулдарын эшләүгә арналған. Х. тарафынан тиирандар үҙсәнлектәрен тикшереү һәм алыуы ҡыйын булған тиетандиоксидтарҙы синтезлау өсөн тиетаниль һаҡлау, моделле полимерлашмаған реактивтар тәҡдим ителә, биол. активлыҡтың иммунотроп, гепатопротектор, гемореологик, антиагрегацион һ.б. төрҙәрен сағылдырған берләшмәләрҙең яңы кластары булдырыла. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 25 уйлап табыу авторы.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина