Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯНДУҒАН, Мишкә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 282

ЯНДУҒАН, Мишкә р‑нындағы ауыл, Аҡбулат а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 13 км һәм Загородная т. юл ст. Т. табан 136 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 760 кеше; 1920 – 832; 1939 – 757; 1959 – 604; 1989 – 401; 2002 – 434; 2010 — 391 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (2‑се Мишкә урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Дыуанай улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә1673 й. керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр нигеҙ һала. Шулай уҡ Ключи, Каючево исемдәре м‑н билдәле булған. 1865 й. 52 йортта 302 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. ш. уҡ министрлыҡ уч‑щеһы, бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019