Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘМБӘЛЕЕВА Әлфиә Сәйәр ҡыҙы

Просмотров: 630

ХӘМБӘЛЕЕВА Әлфиә Сәйәр ҡыҙы (2.2.1960, Силәбе ҡ. — 3.7.2013, Өфө, БР‑ҙың Өфө р‑ны Йоматау а. ерләнгән), йырсы (драматик сопрано). БР‑ҙың атҡ. артисы (1996). ӨДСИ‑не тамамлаған (1987; Р.Ғ.Ғәлимуллина класы). 1989 й. алып Башҡорт филармонияһы, 1994 й. — БДОБТ солисы. Йомшаҡ тембрлы көслө тауышҡа, сәхнә һөйкөмлөлөгөнә һәм тәбиғи артистизмға эйә булған. Төп партиялары: Домна Сабурова (“Батша кәләше” — “Царская невеста”, Н.А.Римский‑Корсаков; дебют, 1994), Леонора (“Трубадур”, Дж.Верди), Сантуцца (“Ауыл намыҫы” — “Сельская честь”, П.Масканьи), Татьяна (“Евгений Онегин”), Лиза (“Пики дамаһы” — “Пиковая дама”; икеһе лә — П.И.Чайковский) һ.б. Х. тарафынан милли операларҙа үҙенсәлекле ҡатын‑ҡыҙ образдары ижад ителгән: Әминә (“Салауат Юлаев”), Аҡсәскә һәм Миңлебикә (“Аҡмулла”), Ҡарасәс (“Урал илселәре”), Зәлифә (“Ҡаһым түрә”). Сит ил, урыҫ, башҡорт композиторҙарының арияларын һәм романстарын, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарған. Халыҡ‑ара төрки телле илдәрҙең опера сәнғәте фестивалендә ҡатнашҡан (Кипр утрауы, 1966; Мерсин ҡ., Төркиә, 2000). М.И.Глинка ис. Халыҡ‑ара вокалистар конкурсы лауреаты (Өфө, 1995).

М.Ф.Луговая

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019