Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯНДУҒАНОВ Яков Яңыбай улы

Просмотров: 313

ЯНДУҒАНОВ Яков Яңыбай улы (24.8.1940, БАССР‑ҙың Ҡалтасы р‑ны Иҫке Турай а.), иҡтисадсы‑географ. Геогр. ф. д‑ры (1986), проф. (1988). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1994), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1990). Урал политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1966) “Уралэнергострой” тресында, 1968—70 йй. СССР ФА‑ның Урал филиалында, 1974 й. алып Урал иҡтисад ун‑тында (1988—2010 йй. тәбиғәтте файҙаланыу иҡтисады каф. мөдире; бөтәһе лә — Екатеринбург ҡ.) эшләй. Фәнни тикшеренеү­ҙәре Урал төбәгендәге экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу проблемаларына арналған. Я. ҡатнашлығында Свердловск өлк. пр‑тиелар һәм муниц. берәмектәр өсөн экологик стандарттар, сиктәш терр‑яларҙың тәбиғәтен файҙаланыу һөҙөмтәлелеген баһалау методикалары, тирә‑яҡ мөхитте һаҡлау б‑са маҡсатлы программаларҙың концепциялары эшләнә. 670‑кә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. В.Н.Татищев һәм Г.В. де Геннин ис. пр. лауреаты (2003).

Х е ҙ м.: Инвестиции в рациональное природопользование. Екатеринбург, 2004; Экология региона: проблемы, решения. Екатеринбург, 2010 (авторҙ.); Эколого‑экономическое эссе: (аспекты: регион, предприятия). Екатеринбург, 2012 (авторҙ.).

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019