Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘМЗИН Яхъя Хәмзә улы

Просмотров: 505

ХӘМЗИН Яхъя Хәмзә улы [20.2.1905, Ырымбур губ. Силәбе өйәҙе (Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны) Ялтыр а. — 16.2.1997, ш. уҡ өлкә һәм р‑ндың Ҡолой а.], халыҡ йырсыһы. 1931—36 йй. һәм 1951—53 йй. (рәйес) “Юлдаш” к‑зында, 1936 й. алып район башҡарма ком‑тында эшләй, 1955—65 йй. Ҡолой район яғыулыҡ пр‑тиеһы (бөтәһе лә — Арғаяш р‑ны) директоры. Х. ре­пертуарында бәйеттәр, мөнәжәттәр,“Арғужа”, “Заһиҙулла”, “Ирәле”, “Ҡолой кантон”, “Сибай”, “Урал” һ.б. башҡорт халыҡ йырҙары бар. Уның башҡарыуында элек билдәһеҙ булған “Ҡолой менән Фатима”, “Ишбирҙе”, “Мейәс буйы” йырҙары яҙып алынған. Х. репертуарынан “Һаралйын” (Н.Д.Шоңҡаров яҙып алған), “Шәрәфетдин” (Д.Ж.Вәлиев яҙып алған) йырҙары “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығына индерелгән.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019