ХӘМИҘУЛЛИНА Лия Әнүәр ҡыҙы
ХӘМИҘУЛЛИНА Лия Әнүәр ҡыҙы (3.11.1952, Өфө), химик. Химия ф. д‑ры (2001). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) Органик химия ин‑тында эшләй: 1994 й. алып өлкән, 2002 й. — төп ғилми хеҙм‑р. Фәнни хеҙмәттәре электроны ҡуҙғытылған торош ҡатнашлығындағы реакцияларҙы, уран, ксенон, лантанидтар берләшмәләренең люминесценцияһын тикшереүгә арналған. Х. ҡатнашлығында дүрт валентлы урандың окисланыу‑ҡайтарылыу реакцияларының хемилюминесценцияһы, фотолюминесценцияһы асыла һәм өйрәнелә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 1 уйлап табыу авторы.
Хеҙм.: Эффект дейтерирования растворителя в излучательной дезактивации электронновозбуждённого иона уранила при фазовых переходах в водных растворах серной кислоты.
Доклады Академии наук. 2003. Т.392. №2 (авторҙ.); Температурное тушение фотолюминесценции иона уранила в дейтерозамещённых замороженных водных растворах серной кислоты //Химия высоких энергий. 2004. Т.38. №5 (авторҙ.).
В.П.Казаков
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов