ХӘМИҘУЛЛИНА Светлана Ғәли ҡыҙы
ХӘМИҘУЛЛИНА Светлана Ғәли ҡыҙы (14.2.1937, Өфө — 3.4.2002, шунда уҡ), пианист, педагог, муз.‑йәмәғәт эшмәкәре. БР‑ҙың атҡ. артисы (1974). Н.Ғ.Хәмиҙуллинаның апаһы. Ҡазан консерваторияһын тамамлаған (1961; И.С.Дубинина класы), 1970—73 йй. шунда уҡ стажировка үткән (етәксеһе Дубинина). 1961—68 йй. Өфө сәнғәт уч‑щеһы уҡытыусыһы, 1974—78 йй. дир., бер үк ваҡытта 1961 й. алып Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тының Өфө уҡыу‑консультация пунктында, 1968 й. — ӨДСИ‑лә уҡытҡан. Х. башҡарыу сәнғәтенә тәьҫирлелек, стиль һәм форманы нескә тойоу хас булған. Репертуарына донъя классикаһының һәм башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәре ингән. Уҡыусылары араһында БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре Ә.И.Әсфәндиәрова, РФ‑тың һәм БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Ш.Ғ. Сарбаева, БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Д.И.Ғәйнуллина бар. Н.Сабитов ис. Асыҡ музыкант‑башҡарыусылар конкурсын (1995), Башҡортостан композиторҙарының фортепиано музыкаһы фестивален (1996), Л.Евграфов ис. Асыҡ төбәк‑ара йәш виолончелистар конкурсын (2001; бөтәһе лә — Өфө) ойоштороусы. 1990 й. башлап үҙе ойошторған “Яңы исемдәр” Респ. хәйриә программаһы етәксеһе, 1998—2002 йй. Рәсәй мәҙәниәт фондының Башҡ‑н филиалы директоры. “Башҡортостандың яңы исемдәре: ХХ быуат — ХХI быуатҡа” (“Новые имена Башкортостана: ХХ век — ХХI веку”) алтын китабын төҙөү инициаторы. БР‑ҙың музыка уҡыу йорттары өсөн 10‑дан ашыу фәнни‑методик хеҙмәт һәм уҡыу программаһы авторы.
С.М.Платонова
Тәрж. Г.Һ.Ризуанова