Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯНТУҒАН, Илеш р‑нындағы ауыл

Просмотров: 301

ЯНТУҒАН, Илеш р‑нындағы ауыл, Сүлте а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 16 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 91 км алыҫлыҡта Баҙы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 300 кеше; 1920 – 439; 1939 – 360; 1959 – 320; 1989 – 201; 2002 – 224; 2010 — 202 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Бәләбәй өйәҙе Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. 1795 й. тиклем керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр күсеп ултырған, 1834 й. ш. уҡ керҙәш башҡорттар теркәлгән. 1795 й. 15 йортта 89 кеше йәшәгән, 1865 й. 54 йортта – 202 кеше. Һыу тирмәне булған. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, мөгәзәй иҫәпкә алынған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019