Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯНЧЕНКО Вячеслав Михайлович

Просмотров: 318

ЯНЧЕНКО Вячеслав Михайлович (19.3.1938, Өфө), лётчик, майор. Советтар Союзы Геройы (1973). Борисоглебск хәрби авиация лётчиктар уч‑щеһын тамамлаған (1960). 1956 й. алып Совет Армияһында. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1960) “Архангельск” аэропортында Ан‑2, 1965 й. башлап Ленинград аэропортында Ил‑14, 1971 й. — Ту‑104 самолёттары ком. булып эшләй. Герой исеменә Ту‑104 карабы ком. запастағы капитан Я. 1973 й. 23 апр. террорсы тарафынан баҫып алынған самолёт пассажирҙарын ҡотҡарғанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1975 й. алып ТУ‑154 самолёты ком., 1997—2009 йй. “Пулково” аэропортында махсус транспорт хеҙмәте хәрәкәтенең хәүәфһеҙлеге инженеры (С.‑Петербург). Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1973).

Е.А.Смирнов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019