Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯНЫШ, Благовар р‑нындағы ауыл

Просмотров: 310

ЯНЫШ, Благовар р‑нындағы ауыл, Яныш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 48 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 63 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1453 кеше; 1920 – 1783; 1939 – 1557; 1959 – 989; 1989 – 384; 2002 – 399; 2010 — 403 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡортттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1765 й. алып билдәле (керҙәшлек килешеүе б‑са мишәрҙәр төпләнгән). 1778 й., 1793 й., 1802 й. бында ш. уҡ шарттарҙа мишәрҙәрҙең яңы төркөмдәре, һуңыраҡ Өфө өйәҙе Дыуанай улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәренә типтәрҙәр күсеп ултырған. 1865 й. 208 йортта 1136 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, уч‑ще, һыу һәм ел тирмәндәре булған. 1906 й. 2 мәсет, 4 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. М.Й.Йәнгиров ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019