Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘМИТОВ Рөстәм Зәки улы

Просмотров: 540

ХӘМИТОВ Рөстәм Зәки улы (18.8. 1954, Кемерово өлк. Драченино а.), дәүләт эшмәкәре. Техник ф. д‑ры (2000). Н.Э.Бауман ис. Мәскәү юғары техник уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1977) ӨМЭПБ‑ла, 1978 й. алып ӨАИ‑ла эшләй. 1986 й. башлап Магистраль үткәргес торбалар төҙөү б‑са Бөтә Союз ҒТИ‑нда (Өфө): авиация двигателдәре базаһында торба‑компрессор агрегаттары төҙөү лаб. мөдире вазифаһын башҡарыусы, 1988 й. — ком­прессор һәм ҡойоу ҡулайламалары лаб. мөдире вазифаһын башҡарыусы, 1989 й. алып Көнсығыш филиалда компрессор ҡулайламалары бүлеге мөдире. 1990 й. башлап БР Юғары Советы депутаты (Экология һәм тәбиғәт ресурстарын рациональ файҙаланыу б‑са комиссия рәйесе). 1993 й. алып БР Ғәмәли экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу проблемалары ин‑ты дир., 1994 й. — БР Тирә‑яҡ мөхитте, тәбиғәт ресурстарын һаҡлау һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр, 1995 й. — БР Тирә‑яҡ мөхитте һаҡлау, тәбиғәтте файҙаланыу һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм эҙемтәләрен бөтөрөү, 1996 й. – БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм экологик хәүефһеҙ­лек, 1998 й. башлап БР Граждандар оборонаһы эштәре һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр министры. 1999 й. алып РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү департаменты етәксеһе (Мәскәү). 2000 й. башлап Волга буйы федераль округында РФ Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле аппаратында (Түб. Новгород ҡ.): БР б‑са баш федераль инспектор, 2002 й. — тулы хоҡуҡлы вәкил аппаратында баш федераль инспектор. 2003 й. фев. алып 4‑се Төбәк‑ара эре һалым түләүселәр инспекцияһы етәксеһе, окт. башлап РФ Һалымдар һәм йөкләмәләр министрлығының Эре һалым түләүселәр идаралығы нач., 2004 й. — Федераль һыу ресурстары агентлығы етәксеһе, 2009 й. июленән “ГидроОГК идара итеүсе компанияһы” ААЙ ген. дир. урынбаҫары, “РусГидро” ААЙ идараһы рәйесе урынбаҫары (бөтәһе лә — Мәскәү). 2010—14 йй. Башҡортостан Республикаһы Президенты, 2015–18 йй. БР Башлығы, бер үк ваҡытта 2010—11 йй., 2012—15 йй. Башҡор­тостан Республикаһы Хөкүмәте рәйесе. Фәнни тикшеренеүҙәре автоматлаштырылған идара итеү системаһы проблемаларына арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 13 уйлап табыу авторы. Александр Невский (2015), Почёт (2014), “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2018), “Бурысҡа тоғролоҡ” (Ҡырым Респ.; 2016) һ.б. орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Построение системы стратегического управления безопасностью населения субъекта Российской Федерации (опыт Республики Башкортостан). Уфа, 1999 (авторҙ.).

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019