ХӘМИТОВ Эдуард Шәйхулла улы
ХӘМИТОВ Эдуард Шәйхулла улы (22.9.1937, БАССР‑ҙың Борай р‑ны Яңы Киҙгән а.), педагог. БР ФА‑ның почётлы акад. (1998), пед. ф. д‑ры (2000), проф. (1991). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1977), РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (1998), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2002). Бөрө пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1958) шунда уҡ эшләй. 1961 й. алып Куйбышев пед. ин‑тында (1966 й. авг. башлап физика‑матем. ф‑ты деканы), 1966 й. окт. — ӨНИ‑лә (1967 й. — физика каф. мөдире) уҡыта. 1968 й. алып БДПУ‑ла:1969 й.башлап физика каф. мөдире, 1970 й.—физика‑матем. ф‑ты деканы, 1972 й. — уҡыу‑уҡытыу эштәре б‑са проректор, 1983 й. — ректор, 2007 й. — ректорат советнигы. 2005—07 йй. РФ Дәүләт думаһы депутаты. Фәнни тикшеренеүҙәре юғары мәктәп, проф. белем биреү теорияһы һәм практикаһы проблемаларына арналған. 155‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. БР ЮС‑ының 12‑се саҡырылыш депутаты. Халыҡтар дуҫлығы (1981), “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2003), Салауат Юлаев (2017) орд. м‑н бүләкләнгән.
Хеҙм.: Педагогическая профориентация в школе и вузе. Уфа, 1988; Общечеловеческие и конкретно‑исторические ценности в истории педагогики. Уфа, 1999; Европейское измерение в высшем педагогическом образовании. Уфа, 2005 (авторҙ.).
Р.В.Әлмөхәмәтов, К.Ш.Әхиәров
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина