Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘМӘҘИНУРОВ Шамил Шәрифйән улы

Просмотров: 340

ХӘМӘҘИНУРОВ Шамил Шәрифйән улы (2.9.1950, БАССР‑ҙың Мишкә р‑ны Иштебай а. — 14.11.2014, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), йырсы. БР‑ҙың халыҡ артисы (2013), БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1988). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1978; М.Ғ.Мортазина класы) 2008 й. тиклем Башҡорт филармонияһының артист‑вокалисы. Бай тембрлы үҙенсәлекле тауышҡа эйә булған, башҡарыу манераһы тәьҫирлелек, асыҡ интонация м‑н айырылып торған. Репертуарында башҡорт (“Мәҙинәкәй”, “Уйыл”, “Хәтирә”, “Юлғотло” һ.б.), татар (“Мөкәрәмә”, “Һыу буйлап”, “Шахта” һ.б.) халыҡ йырҙары, комп. Р.Х.Ғәзизов, Н.Ғәлиев, Ф.Ғ.Ғәсәҡирова, Н.Ә.Дауытов, И.И.Дилмөхәмәтов, Р.М.Хәсәнов, Д.Д.Хәсәншин һ.б. әҫәрҙәре бар. Ҡаҙаҡ, мари, мордва, сыуаш һ.б. халыҡ йырҙарын башҡарған. Башҡорт филармонияһының “Ихлас” эстрада төркөмөн (1992) төҙөү инициаторы һәм ойоштороусы, уның тәүге етәксеһе. СССР һәм Рәсәй буйлап гастролдәрҙә булған. Ғәлимйән Ибраһимов ис. пр. лауреаты (2008). Мишкә район мәҙәниәт һарайы бинаһына йырсыға арналған мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019