Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢАУЫЛ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

Просмотров: 343

ЯҢАУЫЛ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Исем а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 19 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 84 км алыҫлыҡта Наҡаҫ й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 257 кеше; 1920 – 324; 1939 – 379; 1959 – 485; 1989 – 360; 2002 – 300; 2010 — 241 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Һыуын‑Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Эткөсөк исеме (тәүге төпләнеүсенең исеменән, уның улы Ғайса Эткөсөков билдәле) м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ Көсөк, Һуған булараҡ иҫәпкә алынған. 1795 й. 18 йортта 215 кеше йәшәгән, 1866 й. 70 йортта – 223 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. ш. уҡ һыу тирмәне теркәлгән. 50‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. И.Ғ.Вәлитов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019