Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢАУЫЛ, Мәләүез р‑нындағы ауыл

Просмотров: 341

ЯҢАУЫЛ, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Арыҫлан а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 143 кеше; 1959 — 128; 1989 — 178; 2002 — 173; 2010 — 182 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Смаҡ урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 20 б. 20‑се йй. аҙ. Стәрлетамаҡ кантоны терр‑яһында ш. уҡ кантондың Исламғол а. кешеләре нигеҙ һала. Й.М.Әбдрәшитов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019