Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢАУЫЛ, Шаран р‑нындағы ауыл

Просмотров: 340

ЯҢАУЫЛ, Шаран р‑нындағы ауыл, Аҡбарыҫ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 20 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 50 км алыҫлыҡта Шалтыҡ й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 591 кеше; 1920 – 661; 1939 – 721; 1959 – 567; 1989 – 243; 2002 – 264; 2010 — 204 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Аҡбарыҫ урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Бәләбәй өйәҙе Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы мариҙар нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. 1795 й. 25 йортта 119 кеше йәшәгән, 1865 й. Яңы Сирмештә 64 йортта – 344 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 һыу тирмәне булған. Шулай уҡ Яңы Яуыш булараҡ теркәлгән. 1906 й. Яңы Яңауылда һыу тирмәне, шарап һәм бакалея кибеттәре иҫәпкә алынған. 30‑сы йй. башлап хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019