Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘМӘТДИНОВ Зөфәр Зиятдин улы

Просмотров: 367

ХӘМӘТДИНОВ Зөфәр Зиятдин улы (13.7.1948, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Яңы Муса а.), валторнасы, педагог. Проф. (1997). БССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1991). Өфө сәнғәт уч‑ще­һын (1967; М.Е.Перфильев класы), Ҡазан консерваторияһын (1972; Е.И.Карпухин класы) тамамлаған. 1969 й. алып ТАССР‑ҙың Дәүләт симфоник оркестры (Ҡазан),1973—76 йй. БДОБТ солисы, бер үк ваҡытта 1973 й. башлап ӨДСИ‑лә уҡыта, 1988—2002 йй. тынлы инструменттар каф. мөдире, 1994—2000 йй. вокаль‑инструменталь башҡарыу ф‑ты деканы, 1975—85 йй. БАССР ЭЭМ тынлы оркестрының художество етәксеһе һәм дирижёры. Башҡарыу манераһына валторнанан бәрхәттәй матур тауыш сығарыу, нескә нюансировка, виртуозлыҡ һәм композиторҙың ижади ниәтенә тәрәндән төшөнөү хас. Репертуарына классик һәм хәҙ. музыканың яңғыҙ башҡарылған, ансамбль һәм оркестр өсөн яҙылған әҫәрҙәре, ш. иҫ. И.Брамс, В.А.Моцарт, С.В.Рахманинов, П.И.Чайковский, Р.Шуман һ.б. әҫәрҙәре инә. Н.Ә.Дауытов, З.Ғ.Исмәғилев, А.Т.Кәримовтың валторна өсөн әҫәрҙәрен тәүге башҡарыусы. Мәскәүҙә БАССР мәҙәниәте көндәрендә ҡатнаша (1987). Рәсәй буйлап гастролдәрҙә була. Уҡыусылары араһында РФ‑тың атҡ. артистары В.Г.Костюченко, С.А.Силивончик, Т.Т.Хәйруллин, БР‑ҙың атҡ. артистары И.Ә.Ҡылысов, А.В.Таров бар.

Әҙәб.: Вехи становления и развития Уфимской государственной академии искусств имени Загира Исмагилова. Уфа, 2008.

А.Р.Сабирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019