Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢАУЫЛ, Шишмә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 311

ЯҢАУЫЛ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Арыҫлан а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. Т. табан 15 км алыҫлыҡта Уҙы й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында, Һамар—Өфө—Силәбе автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1417 кеше; 1920 – 1718; 1939 – 1108; 1959 – 711; 1989 – 436; 2002 – 401; 2010 — 358 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельд­шер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, мәсет бар.

Ауылға Өфөөйәҙе Ҫыбы‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са мишәрҙәр нигеҙ һала, 1785 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 18 б. 30‑сы йй.) алып билдәле. Һуңыраҡ бында ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәр килеп ултырған. 1795 й. Тирмә исеме м‑н 5 ауыл (Башҡорт Тирмәһе, Йәрми, Үрге һәм Түб. Тирмә, Яңауыл) халҡы иҫәпкә алынған. 1865 й. Я. 188 йортта 1009 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, татар мәктәбе, 2 һыу тирмәне, 3 бакалея кибете теркәлгән. Ф.Ә. Дәүләтов, Ә.С.Дәүләтов ошо ауылда тыуған.

Г.Т.Хөсәйенова, Р.И.Янғуразов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019