Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘМӘТДИНОВА Әнисә Әхтәм ҡыҙы

Просмотров: 396

ХӘМӘТДИНОВА Әнисә Әхтәм ҡыҙы [13.3.1928, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Иҫке Ҡормаш а. (БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны) — 25.10.1989, Өфө], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1982). К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1954) 1956 й. тиклем Салауат р‑нының Нәсибаш урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1961—73 йй. БАССР МС эргәһендәге ТВ һәм радио тапшырыуҙар б‑са ком‑т хеҙм‑ре. “Һөйләшә торған гөлдәр” исемле тәүге китабы 1969 й. сыға. Башлыса балалар әҙәбиәте өлкәһендә эшләй. “Йондоҙло урман” (1983), “Мөгөҙлө арғымаҡ менән Һороҡай” (1987) китаптары йәш уҡыусыларҙы хайуандар донъяһы м‑н таныштыра, уларҙы тәбиғәтте яратырға һәм һаҡларға өйрәтә. “Шинель кейгән малайҙар” (1980), “Атайҙар яу сапҡанда” (1993) китаптарына ингән әҫәрҙәрендә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында балалар йортонда тәрбиәләнгән балаларҙың тормошо күрһәтелә.

Әҫәрҙ.: Ул капитан булыр ине: хикәйәләр. Өфө, 1971; Илһөйәрҙең дуҫтары: повесть, хикәйәләр. Өфө, 1975; Ҡыҙҙар: хикәйәләр, нәҫерҙәр. Өфө, 1977.

Ф.С.Фазылова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019