Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢАУЫЛ МУЗЕЙЫ

Просмотров: 375

ЯҢАУЫЛ МУЗЕЙЫ. Яңауыл ҡ. урынлашҡан. 1977 й. ойошторола, 1990 й. алып Милли музей филиалы, 2006 й. — Яңауыл тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы. Составына В.М. Ва­сильев йорт‑музейы (Яңауыл р‑ны Сусаҙы‑Ябалаҡ а.) һәм Халыҡ шағиры Илдар Юзиев музейы (ш. уҡ райондың Ямаҙы а.; ҡара: И.Ғ. Юзиев) инә. Музей фондында 11 меңгә яҡын һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. биҙәүҡулланма сәнғәте әҫәрҙәре, фотографиялар, документаль материалдар; картиналар һәм скульптуралар (З.Ә. Исмәғилев, Э.Я.Зарипов), этнография (башҡорт кейеме, мари, татар, удмурт, урыҫ кейемдәре), нумизматика, археология коллекциялары; И.Ғ. Юзиев, Н.Ғ.Юзиев, И.Ҡ.Хәбиров һ.б. фәнни хеҙмәттәре, бар. 3 залда урынлашҡан экспозиция тарихтың революцияға тиклемге осорона арналған бүлектән, хәрби дан, Яңауыл р‑ны тәбиғәте, этнография бүлектәренән тора. Музейҙа күргәҙмә залы бар; батырлыҡ дәрестәре, хәтер кисәләре, ижади осрашыуҙар, викториналар һәм конкурстар үткәрелә.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019