Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢҒЫҘҠАЙЫН, Ғафури р‑нындағы ауыл

Просмотров: 354

ЯҢҒЫҘҠАЙЫН, Ғафури р‑нындағы ауыл, Яңғыҙҡайын а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 28 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К. табан 29 км алыҫлыҡта Егән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 2373 кеше; 1920 — 2987; 1939 — 3162; 1959 — 2094; 1989 — 1011; 2002 — 994; 2010 — 888 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто (башҡорт халыҡ театры), китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1747 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр һәм мишәрҙәр, 1749 й., 1804 й., 1811 й. ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәрҙең яңы төркөмдәре күсеп ултырған. 1795 й. 52 йортта 322 кеше йәшәгән, 1865 й. 200 йортта — 1341 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр; з‑дтарҙа һәм алтын приискыларында эшләгәндәр. Мәсет, уч‑ще, һыу тирмәне булған. 1906 й. 3 мәсет, мануфактура һәм 5 бакалея кибете, һыу тирмәне теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан. Р.М. Сабитов, З.Н.Әхмәтйәнов ошо ауылда тыуған.

Ғ.Ш.Шәйәхмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019