Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢҒЫҘНАРАТ, Краснокама р‑нындағы ауыл

Просмотров: 348

ЯҢҒЫҘНАРАТ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Яңы Ҡайынлыҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 58 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнс. табан 51 км алыҫлыҡта Ашайыш й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 595 кеше; 1920 — 748; 1939 — 636; 1959 — 458; 1989 — 212; 2002 — 177; 2010 — 136 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға 17 б. 1‑се ярт. Ҡазан даруғаһы Гәрә улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1649 й. һәм 1653 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1704 й.) керҙәшлек килешеүҙәре б‑са бында яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән) килеп ултыра. 1795 й. типтәрҙәрҙән 29 ир‑ат иҫәпкә алынған, 1865 й. 45 йортта 664 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, балта эше м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще, һыу тирмәне, ярма ярғыс булған. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019