Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢҒЫҘНАРАТ, Х ә м и т, Тәтешле р‑нындағы ауыл

Просмотров: 517

ЯҢҒЫҘНАРАТ, Х ә м и т, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Яңғыҙнарат а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 34 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 59 км алыҫлыҡта Кесе Тибел й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 588 кеше; 1920 — 744; 1939 — 951; 1959 — 725; 1989 — 571; 2002 — 537; 2010 — 462 кеше. Башҡорттар йә­шәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. аҙ. Бөрөөйәҙе Ирәкте улусы Иҫке Соҡор а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1795 й. 11 йортта 67 кеше йәшәгән, 1865 й. 52 йортта — 275 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, мөгәзәй теркәлгән. Ҡ.К.Кәримов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019