Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ АБДУЛЛА, Шишмә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 383

ЯҢЫ АБДУЛЛА, Шишмә р‑нындағы ауыл, Ҡара Яҡуп а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. Көнс. табан 12 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 225 кеше; 1920 — 356; 1939 — 352; 1959 — 317; 1989 — 130; 2002 — 113; 2010 — 108 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға 1898 й. Өфөөйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Абдулла а. кешеләре нигеҙ һала. 1906 й. мәсет булған. Г.Ш.Ҡоҙаяров ошо ауылда тыуған.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019