Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ АБЗАН, Благовар р‑нындағы ауыл

Просмотров: 718

ЯҢЫ АБЗАН, Благовар р‑нындағы ауыл, Күсәрбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 38 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 53 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 210 кеше; 1920 — 406; 1939 — 286; 1959 — 261; 1989 — 145; 2002 — 119; 2010 — 132 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 19 б. аҙ. Бәләбәй өйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Абзан а. (хәҙ. Иҫке Абзан а.) кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. 1896 й. 38 йортта 180 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мөгәзәй булған. 1906 й. ш. уҡ мәсет теркәлгән. 1920 й. Яңы Абзан а. (304 кеше) һәм Абзан (Яңы Абзан) отрубы (102 кеше) иҫәпкә алынған, улар һуңынан хәҙ. исем м‑н бергә теркәлгән. Ф.М.Ғилманов, Ғ.И.Иҙрисов ошо ауылда тыуған.

Р.Ғ.Ҡорбанғолов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019