Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘРБИ КОММУНИЗМ

Просмотров: 719

ХӘРБИ КОММУНИЗМ, Совет дәүләтенең 1918—20 йй. иҡт. кризис, Граждандар һуғышы шарттарында ғәҙәттән тыш саралар системаһы. Халыҡ хужалығына идара итеү ҡаты үҙәкләштерелә: Бөтә Рәсәй ҮБК һәм РСФСР ХКС‑ының 1918 й. 13 майындағы декреты м‑н халыҡ комиссарҙарына ғәҙәттән тыш хоҡуҡтар бирелә һәм аҙыҡ‑түлек диктатураһы (аҙыҡ‑тү­лек әҙерләүҙе һәм бүлеп биреүҙе үҙәкләштереү, иген монополияһы индереү б‑са ғәҙәттән тыш сараларсистемаһы) урынлаштырыла.Ҙур,уртасәнәғәтһәм күпселек бәләкәй пр‑тиелар национа­лизациялана; продразвёрстка [аҙыҡ‑түлек развёрсткаһы; а.х. продукттарын әҙерләү системаһы, уға ярашлы крәҫтиәндәр дәүләткә тотороҡло хаҡ м‑н (шәхси һәм хужалыҡ ихтыяждарына нормаларҙан тыш) артыҡ иген һ.б. продукттарҙы мотлаҡ тапшыра], дөйөм хеҙмәт йөкләмәһе, эш хаҡын тигеҙләп түләү һ.б. индерелә. РСФСР ХКС‑ының 1919 й. 11 ғин. декреты м‑н губерналар б‑са иген тапшырыу ваҡыты һәм нормалары билдәләнә, һуңынан өйәҙҙәргә, улустарға, ауылдарға, крәҫтиәндәргә бүлеп бирелә. Продразвёрстка РСФСР‑ҙың Аҙыҡ‑түлек ХК органдары, аҙыҡ‑түлек отрядтары тарафынан ярлылар комитеты һәм урындағы Советтар м‑н берлектә үткәрелә. Өфө губернаһы б‑са иген тапшырыу нормаһы тулайым йыйымдың 54%‑ын тәшкил итә. Өфө губ. тәүге аҙыҡ‑түлек отрядтары 1917 й. нояб. ебәрелә (1919 й. дек. 20—25‑шәр кешеле 74 отряд булған). Башҡортостан хәрби‑революцион комитеты (Башревком) асығыусылар араһында иген бүлеп биреү, АСБР терр‑яһында аҙыҡ­түлек отрядтары эшмәкәрлеген туҡтатып тороу б‑са ҡайһы бер саралар күрә.Мәҫ., 1919 й. 15 авг. Башревком Өфө губерна аҙыҡ‑түлек ком‑тына АСБР терр‑яһында аҙыҡ‑түлек әҙерләүҙе туҡтатырға тәҡдим итә, Башҡ‑н Аҙыҡ‑түлек ХК республиканан ситкә иген һәм сеймал сығарыуҙы тыя. 1919 й. 15 сент. Бөтә Рәсәй ҮБК Башревкомды РСФСР‑ҙың дөйөм аҙыҡ‑түлек сәйәсәтен үткәрергә мәжбүр иткән ҡарар сығара. 1918 й.– 1921 й. февр. Өфө губ. 40,6 млн бот иген; 1919 й. май—авг. 100 мең бот иген, 20 мең бот ит һәм май, 13 меңдән ашыу йылҡы, 6 меңдән ашыу һыйыр малы, 20 мең һарыҡ, 400 мең бот бесән һәм фураж; 1920 й. май айына ҡарата 15 млн бот иген, 36,7 мең һыйыр малы, 148,7 мең һарыҡ, 9,5 мең сусҡа, 2,5 млн дана йомортҡа, 1,7 млн бот бесән; 1921 й. февр. башына ҡарата 13 млн бот иген һәм иген фуражы, 12 мең бот май, 12 млн дана йомортҡа йыйып алына. 1919—21 йй. АСБР‑ҙа 3,8 млн ашыу бот иген; 1920 й. май айына ҡарата 1,6 млн ашыу бот иген; 1921 й. февр. башына 2,2 млн бот иген, 2,2 мең бот бал,6,2 мең бот май, 39 мең һыйыр малы, 82 мең һарыҡ‑кәзә йыйып алына. 1919 й. аҙ.—1920 й. 1‑се ярт. ҙур һәм урта пр‑тиеларҙың бер өлөшө (башлыса хәрби производство өсөн сеймал һәм ярым фабрикаттар сығарған металлургия һәм машиналар эшләү з‑дтары, фабрикалар һәм рудниктар, ш. уҡ Ҡыҙыл Армия өсөн кәрәкле продукция етештергән төрлө профилдәге һәм күләмдәге пр‑тиелар) национализациялана. 1920 й. авг. АБСР ХКС‑ы ҡарары м‑н монополиялаштырылған продукт төрҙәре м‑н ирекле сауҙа тыйыла, сәнәғәт тауарҙарын һәм аҙыҡ‑түлекте халыҡ араһында синыфына ҡарап бүлеү тәртибе индерелә. Х.к. сәйәсәте крәҫтиәндәр хәрәкәтенең көсәйеүенә килтерә, 1921—22 йй. аслыҡ сәбәптәренең береһе була. 1921 й. мартында РКП(б)‑ның 10‑сы съезында Х.к. яраҡһыҙ тип табыла һәм яңы иҡтисади сәйәсәт индерелә.

Әҙәб.: Гладков И.А. Очерки советской экономики 1917—20 гг. М., 1956; Лященко П.И. История народного хозяйства СССР. Т.3. М., 1956; “Военный коммунизм”: как это было (по материалам “круглого стола”). М., 1991; Власть и реформы: от самодержавной к советской России. СПб., 1996.

Р.Әәүләтшин

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019