Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ АЙЫУ, Илеш р‑нындағы ауыл

Просмотров: 395

ЯҢЫ АЙЫУ, Илеш р‑нындағы ауыл, Яңы Айыу а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 35 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 142 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 522 кеше; 1920 – 600; 1939 – 784; 1959 – 576; 1989 – 379; 2002 – 326; 2010 — 259 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 18—19 бб. араһында Бөрөөйәҙе Ҡырғыҙ улусы Айыу а. (хәҙ. Иҫке Айыу) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1865 й. 47 йортта 265 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, 2 һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән. Н.Ғ.Зәйнуллин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019