Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ АҠБУЛАТ, Мишкә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 341

ЯҢЫ АҠБУЛАТ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Аҡбулат а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 10 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 132 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 432 кеше; 1920 — 546; 1939 — 557; 1959 — 571; 1989 — 521; 2002 — 536; 2010 — 514 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп (2‑се Мишкә урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Курземарий” халыҡ бейеү ансамбле), китапхана бар.

Ауылға 19 б. 1‑се ярт. Өфөөйәҙе Дыуанай улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендәш. уҡ өйәҙҙең Аҡбулат а. (хәҙ. Иҫке Аҡбулат а.) кешеләре нигеҙ һала. Шулай уҡ Курзи исеме м‑н билдәле булған. 1865 й. 29 йортта 178 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. һыу тирмәне, шарап һәм бакалея кибеттәре теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019