Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘРБИ ПЕХОТА УЧИЛИЩЕҺЫ

Просмотров: 361

ХӘРБИ ПЕХОТА УЧИЛИЩЕҺЫ, 1941 й. 7 июлендә Өфө хәрби пехота уч‑щеһы булараҡ ойошторола. Курсанттарҙы уҡытҡанда Өфө р‑нының Александровка, Михайловка һәм По­дымалово аа., Шишмә р‑нының Алкин а. янындағы полигондар файҙаланылған. 1942 й. март—авг. уч‑щела “Выстрел” курстары филиалы эшләй. 1942 й. йәйендә уҡытыусыларҙың бер өлөшө һәм курсанттарҙың күпселеге Сталинград ҡ. обороналауға ебәрелә. 1942—56 йй. уч‑щела офицерҙарҙың 20 сығарылышы (7,1 меңдән ашыу кеше), уҡсылар,пулемётһәм миномёт взводтары командирҙары әҙерләнгән. Училищены тамамлаусылар: В.Н.Безценный, Т.Л.Нур­ҡаев, И.П.Сериков; ш. уҡ Н.С.Ведерников, Ғ.И.Иҙрисов һәм А.С.Пикунов курсант була. Училище 1956 й. сент. таратыла. Училище нач.: полк. Н.С. Никитченко (1941—42), ген.‑ма­йор Т.Г.Корнеев (1942 й. сент.—нояб.), полк., 1944 й. алып ген.‑майор М.С.Назаров (1942—56). Училище урынлашҡан биналарҙың береһенә (К.Маркс урамы, 55) мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.

Әҙәб.: Бикмеев М.А. История Уфимского пехотного училища. Уфа, 1999; шулуҡ. Исторический опыт военно‑организационной и мобилизационной работы Башкирской АССР периода Второй мировой войны. Уфа, 2005.

М.Ә.Бикмәев

Тәрж. М.Х.Хужин 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019