Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘРБИ РЕФОРМАЛАР (1860–70)

Просмотров: 362

ХӘРБИ РЕФОРМАЛАР (1860–70), реформаларҙың (19 б. 60–80‑се йй.) төп өлөшө. Рәсәйҙең Ҡырым һуғышында (1853–56) еңелеүенән һуң император Александр II һәм хәрби министр инфантериянан генерал Д.А. Милютин инициативаһы м‑н үткәрелә. Реформалар барышында Рәсәй терр‑яһы хәрби округтарға бүленә (1862—64); кадет корпустары хәрби гимназияларға, хәрби һәм юнкер уч‑щеларына үҙгәртелә (1863—66; ҡара: Неплюев кадет корпусы); Хәрби министрлыҡ үҙгәртеп ҡорола (1868); Хәрби суд (1867) һ.б. уставтар,казак ғәскәрҙәренең,ш.иҫ. Ырымбур казак ғәскәре (1876 й. июле) һәм Урал казак ғәскәре (1874 й. марты), хәрби йөкләмәһе т‑да положение ҡабул ителә; армия яңынан ҡоралландырыла һәм үҙгәртелә (1871 й. ялан, йәки хәрәкәттәге, һәм урындағы — крепостной, эске хеҙмәт, запастағы, резерв һ.б. ғәскәрҙәр); рекрут йөкләмәһе урынына хәрби хеҙмәт ваҡытын армияла 6, флотта 7 йылға (запаста — ярашлы рәүештә 9 һәм 3 йыл) ҡалдырыу [1873 й. 20 дек. 21—40 йәшлек хәрби бурыслы ир‑егеттәр (дин әһелдәренән, берҙән‑бер ғаилә ҡараусы һәм ғаиләлә берҙән‑бер бала булғандарҙан, инвалидтарҙан, Алыҫ Төньяҡ һәм Урта Азия ҡәбиләләренән, Кавказ, Себер һәм Уралдың ҡайһы бер халыҡтарынан һ.б. тыш] иҫәбенә бөтә ҡатламдар өсөн хәрби хеҙмәт индерелә. 1874 й. Хәрби йөкләмә т‑дағы уставҡа ярашлы рекруттар йыйыу органдары хәрби эштәр б‑са өйәҙ присутствиеларына алмаштырыла. Губерна һәм өйәҙ ҡалаларында хәрби округтар командующийҙарына буйһонған губерна һәм өйәҙ хәрби начальниктары, урындағы бригадалар начальниктары идаралыҡтары ойошторола. Ырымбур губернаһы һәм Өфө губернаһы терр‑ялары 65 призыв участкаһына бүленә. Участкалар араһында контингентты бүлеүҙе (алыҫ участкаларҙа 1 нояб. башланған һәм хәрби присутствиелар даими булған урындарҙа 15 дек. тамамланған) Ырымбур һәм Өфө губернаторҙары етәкс. Ырымбур ҡаҙна палатаһы һәм Өфө ҡаҙна палатаһы үткәрә. Хәрби хеҙмәткә алынғандарҙың бер өлөшө йәрәбә б‑са ғәмәли хеҙмәткә (1874 й. Өфө губ. 13754 кешенән 2917) ебәрелгән, ҡалғандары ополчениеға алынған. Запаста булғандар (тәүге сиратта, ғәмәли хеҙмәттәгеләр уны тамамлағандан һуң дәүләт ополчениеһына теркәлгән, унда 43 йәшкә тиклем булған) мобилизация ваҡытында армия һәм флот частарын тулыландырыу өсөн тәғәйенләнгән. Шулай уҡ тыныс ваҡытта уларҙы уҡыу сборҙарына саҡыра алғандар. Хеҙмәткә саҡырыу алды йәшендәгеләр (21 йәшкә тиклем) йәки билдәле дәрәжәлә белемлеләр ғәмәли хеҙмәткә үҙ ирке м‑н бара һәм уны льготалы шарттарҙа үтә алған. Бөтә ҡатламдар өсөн хәрби йөкләмә индерелгәндән һуң башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте хәрби бурыслыларҙың башҡа категорияларыныҡы кеүек дөйөм нигеҙҙә булған. Башҡорт хәрби хеҙм‑рҙәре “Башҡорттар тураһында положение” м‑н билдәләнгән йыллыҡ йән башына һалымдан (0,6 һум) азат ителгән. Верхнеурал өйәҙе, Ырымбур өйәҙе һәм Силәбе өйәҙе башҡорттарынан 250 кешелек айырым эскадрон (1878 й. алып Башҡорт атлы полкы) ойошторолған.

Әҙәб.: Леонов Н.И. Буржуазные реформы 60—70‑х годов XIX в. в Башкирии: пособие по спецкурсу. Уфа, 1993; Леонов О.Г., Ульянов И.Э. Регулярная пехота. 1855— 1918. М., 1998.

Н.И.Леонов, Р.Н.Рәхимов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019