Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ АҠТАНЫШБАШ, Краснокама р‑нындағы ауыл

Просмотров: 508

ЯҢЫ АҠТАНЫШБАШ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Шушнур а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 34 км һәм Нефтекама т. юл ст. К. табан 27 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1303 кеше; 1920 — 1619; 1939 — 1175; 1959 — 1124; 1989 — 731; 2002 — 703; 2010 — 735 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Бөрө өйәҙе терр‑яһында Минзәлә өйәҙе Гәрә улусы Аҡтанышбаш а. (хәҙ. ТР‑ҙың Аҡтаныш р‑ны) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 19 б. башынан Үрге Аҡтанышбаш утары булараҡ билдәле. 1865 й. 92 йортта 548 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще, 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. (хәҙ. исем) 2 мәсет, 3 һыу тирмәне, бакалея һәм 2 мануфактура кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019