Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ АЛДАР, Б а л т а с, Яңауыл р‑нындағы ауыл

Просмотров: 345

ЯҢЫ АЛДАР, Б а л т а с, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Асауҙыбаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 28 км алыҫлыҡта Вәрәш й. (Гәрәй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 427 кеше; 1920 – 489; 1939 – 530; 1959 – 385; 1989 – 184; 2002 – 148; 2010 — 100 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер­акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1849 й. Бөрөөйәҙе Урман‑Гәрә улусы Алдар (хәҙ. Иҫке Алдар а.), Үрге һәм Түб. Сат аа. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1865 й. 30 йортта 184 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, урман кәсептәре, тоҡ тегеү, ылаусылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Р.А.Ханнанов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019