Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ АЛЕКСАНДРОВКА, ауыл, 20 б. 40‑сы йй. алып Черниковка эшселәр ҡасабаһы (ҡара: Черниковск) эсендә урынлашҡан

Просмотров: 362

ЯҢЫ АЛЕКСАНДРОВКА, ауыл, 20 б. 40‑сы йй. алып Черниковка эшселәр ҡасабаһы (ҡара: Черниковск) эсендә урынлашҡан.

Ауылға 1895 й. Өфө өйәҙендә алпауыт Сафоновтан һатып алынған ерҙәрҙә Вятка губернаһынан һәм Өфө губернаһынан күсеп килеүселәр яңы ауыл булараҡ нигеҙ һала. 20 б. 20‑се йй. башлап Яңы Александровка а. булараҡ иҫәпкә алынған. Халҡы: 1906 й. – 118 кеше; 1920 – 201; 1939 – 217 кеше. 40‑сы йй. Өфө р‑нының Раевка а/с ҡараған, хәҙ. Өфөнөң Калинин р‑ны терр‑яһы.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019