Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘСӘН, Мәләүез р‑нындағы ауыл

Просмотров: 366

ХӘСӘН, Ю л б и р ҙ е, Т у б ы л, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Аптраҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 26 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 381 кеше; 1920 — 583; 1939 — 357; 1959 — 352; 1989—293; 2002 — 259; 2010 — 221 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Нуғай даруғаһы Бошмаҫ‑Ҡыпсаҡ башҡорттары үҙ ерҙәрендә Юлбирҙе (тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улдары Азай һәм Табыл Юлбирҙиндар билдәле) исеме м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ Ту(а)был, Шайтан исемдәре м‑н теркәлгән. 1795 й. 21 йортта 185 кеше йәшәгән, 1865 й. Юлбирҙелә (Табылда) 85 йортта — 378 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще булған. 1906 й. мәсет, мөгәзәй теркәлгән. 30‑сы йй. алып Юлбирҙегә Х. утары (19 б. башында нигеҙләнгән) ҡушылғандан һуң хәҙ. исемен (Хәсән Тубылов исеменән алынған) йөрөтә.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019