Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ АЛЕКСАНДРОВКА, Б а й ғ о л, Йылайыр р‑нындағы ауыл

Просмотров: 385

ЯҢЫ АЛЕКСАНДРОВКА, Б а й ғ о л, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Бирҙәш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 28 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 108 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 559 кеше; 1920 – 1129; 1939 – 717; 1959 – 389; 1989 – 209; 2002 – 135; 2010 — 119 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 19 б. 2‑се ярт. Орск өйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Александровка а. (хәҙ. Сосновка а.) кешеләре Байғол утары булараҡ нигеҙ һала. 1891 й. 41 йортта 260 кеше йәшәгән. 20 б. башынан хәҙ. исемен йөрөтә, 1920 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019