Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ АЛТЫБАЙ, Борай р‑нындағы ауыл

Просмотров: 353

ЯҢЫ АЛТЫБАЙ, Борай р‑нындағы ауыл, Салҡаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 27 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 95 км алыҫлыҡта Шүлейә й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 232 кеше; 1920 – 307; 1939 – 277; 1959 – 278; 1989 – 122; 2002 – 102; 2010 — 66 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға Ҡазан даруғаһы Эске‑Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә1731 й. керҙәшлек килешеүе (1746 й. теркәлгән) б‑са ш. уҡ даруғаның Иҫке Ҡангилде а. (хәҙ. Ҡолай а.) яһаҡлы татарҙары нигеҙ һала. Шулай уҡ Яңы Ҡангилде исеме м‑н билдәле булған. 1795 й. 46 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 37 йортта 227 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, септә һуғыу м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. тирмән теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019