ХӘСӘНОВ Дамир Йосоп улы
378
ХӘСӘНОВ Дамир Йосоп улы (24.12. 1938, БАССР‑ҙың Благовар р‑ны Ҡашҡалаша а. — 14.5.2005, Өфө), Соц. Хеҙмәт Геройы (1984). 1956 й. алып “Башмедьстрой” тресының (Сибай ҡ.) тимер‑бетон изделиелар з‑дында эшләй.1963—99 йй. “Нефтепроводмонтаж” ДУП‑ының 74‑се төҙөлөш‑монтаж идаралығында: слесарь‑монтажсы, 1969 й. башлап электр м‑н иретеп йәбештереүсе. Х. ҡатнашлығында Бохара — Урал, Түб. Варта — Куйбышев, Самотлор — Усть‑Балык — Әлмәт, Сорғот — Полоцк, Уренгой—Центр‑1 һ.б. магистраль газ торбалары төҙөлгән. БАССР ЮС‑ның 11‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1980, 1984), Халыҡтар дуҫлығы (1973) орд. м‑н бүләкләнгән.
И.Ғ.Кәримова
Тәрж. А.Н.Күсеев
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019
Энциклопедиялар: