Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ АТЙЕТӘР, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 492

ЯҢЫ АТЙЕТӘР, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Батыр а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 14 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т. табан 15 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 744 кеше; 1920 – 877; 1939 – 647; 1959 – 562; 1989 – 452; 2002 – 407; 2010 — 372 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Мәсет бар.

Ауылға 1874 й. Стәрлетамаҡ өйәҙе терр‑яһында Өфө өйәҙе Иҫке Атйетәр а. (хәҙ. Ҡырмыҫҡалы р‑ны Атйетәр а.) кешеләре 2‑се Яңы Атйетәр исеме м‑н нигеҙ һала. 1896 й. 120 йортта 672 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, мөгәзәй булған. 1906 й. мәсет, мәҙрәсә, 2 мөгәзәй теркәлгән. 30‑сы йй. Батыр (коллективлаштырыу йылдарында һәләк булған Батыр Ҡотлогилдин исеме б‑са) булараҡ иҫәпкә алынған. 50‑се йй. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

М.Х.Сафин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019