Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ БАҒАҘЫ, М а й а ҫ т ы, Асҡын р‑нындағы ауыл

Просмотров: 351

ЯҢЫ БАҒАҘЫ, М а й а ҫ т ы, Асҡын р‑нындағы ауыл, Асҡын а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 12 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 126 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 231 кеше; 1920 – 283; 1939 – 263; 1959 – 374; 1989 – 365; 2002 – 364; 2010 — 277 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға 1834 й. һәм 1859 й. араһында Бөрөөйәҙе Һыу‑Танып улусы Бағаҙы а. (хәҙ. Ҡариҙел р‑ны Иҫке Бағаҙы а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1896 й. 28 йортта 154 кеше йәшәгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019