Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ БАЛАҠАТАЙ, ауыл, Балаҡатай р‑ны һәм Яңы Балаҡатай а/с үҙәге

Просмотров: 434

ЯҢЫ БАЛАҠАТАЙ, ауыл, Балаҡатай р‑ны (1933—63 йй., 1965 й. алып) һәм Яңы Балаҡатай а/с үҙәге. Өфөнән Т.‑Көнс. 341 км һәм Үңкерҙе т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 36 км алыҫлыҡта Оло Ыйыҡ й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында, Малаяҙ—Үрге Ҡыйғы— Яңы Балаҡатай—Үңкерҙе, Оло Ыҡтамаҡ—Яңы Балаҡатай автомобиль юлдарында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1906 й. — 1,6; 1920 — 2,8; 1939 — 2,7; 1959 — 2,5; 1989 — 5,1; 2002 — 5,9; 2010 — 6,0. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Колледж, 2 урта мәктәп (ш. иҫ. Яңы Балаҡатай урта мәктәбе №1), балалар сәнғәт мәктәбе, ДЮСШ, 5 балалар баҡсаһы, үҙәк район дауаханаһы һәм китапханаһы, балалар китапханаһы, тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы, мәҙәниәт йорто (4 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы), сиркәү, мәсет бар.

Ауылға 1804 й. Троицк өйәҙе Бала‑Ҡатай улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендәш. уҡ өйәҙҙең Балаҡатай а. (хәҙ. Иҫке Балаҡатай а.) кешеләре нигеҙ һала. 1865 й. 116 йортта 766 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ, ылаусылыҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. Часовня, 2 һыу тирмәне, 5 сауҙа кибете булған; йәрминкәләр үткәрелгән. 1906 й. сиркәү, земство мәктәбе, май һәм күн оҫтаханалары, һыу тирмәне, шарап һәм 7 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Ауыл эргәһендә Балаҡатай заказнигы урынлашҡан.

Х.Ғ.Байморатова, Ә.З.Әсфәндиәров Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019