Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ БАЛАПАН, М о р о н, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

Просмотров: 663

ЯҢЫ БАЛАПАН, М о р о н, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Байым а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 76 км һәм Мораҡай т. юл ст. Көнс. табан 5 км алыҫлыҡта Кесе Ҡыҙыл й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 135 кеше; 1920 — 205; 1939 — 188; 1959 — 220; 1989 — 290; 2002 — 384; 2010 — 417 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Күбәләк улусы башҡорттары Балапан (тәүге төпләнеүсе Балапан Матисов исеме б‑са) булараҡ нигеҙ һала, 1776 й. алып билдәле. 1795 й. 28 йортта 206 кеше йәшәгән, 1866 й. 79 йортта — 427 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет бул­ған. 19 б. уртаһында Иҫке Балапан бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. Ишмөхәмәт сәсән ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019