Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ БАЛТАС, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

Просмотров: 342

ЯҢЫ БАЛТАС, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Яңы Балтас а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 16 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 74 км алыҫлыҡта Баҙы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 545 кеше; 1920 — 907; 1939 — 1149; 1959 — 669; 1989 — 798; 2002 — 749; 2010 — 820 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1816 й. һәм 1833 й. араһында Бәләбәй өйәҙе Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са Бөрө өйәҙе Балтас а. (хәҙ. Дүртөйлө р‑ны Иҫке Балтас а.) кешеләре нигеҙ һала. 1865 й. 64 йортта 396 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ мөгәзәй, бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019