Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ БАЛТАС, Уҫаҡ, Түбәнге Балтас, Балтас р‑нындағы ауыл

Просмотров: 320

ЯҢЫ БАЛТАС, Уҫаҡ, Түбәнге Балтас, Балтас р‑нындағы ауыл, Тушҡыр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 9 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 75 км алыҫлыҡта Расҡалы й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1116 кеше; 1920 — 1171; 1939 — 956; 1959 — 834; 1989 — 393; 2002 — 411; 2010 — 337 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Себер даруғаһы Ҡыр‑Танып улусы Балтас а. (хәҙ. Иҫке Балтас а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә Түб. Балтас исеме м‑н нигеҙ һала, 1732 й. алып билдәле. 1769 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында мариҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән), 19 б. башында мишәрҙәр килеп ултыра. 1795 й. 20 йортта 151 кеше йәшәгән, 1865 й. 115 йортта — 665 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне, 5 сауҙа кибете булған. 1906 й. мәсет, 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 19 б. 1‑се ярт. башлап хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019