Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘСӘНОВ Нәжметдин Танһыҡҡужа улы

Просмотров: 399

ХӘСӘНОВ Нәжметдин Танһыҡҡужа улы [10.3.1925, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны (БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны) Мәзит а. — 8.3.2013, ш. уҡ р‑ндың Иҫәнғол а.], ҡурайсы. РСФСР‑ҙың (1982) һәм БАССР‑ҙың (1974) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941— 42 йй. Муйнаҡ а/с секретары, 1944 й. алып ВЛКСМ‑дың Ейәнсура район ком‑тында инструктор, бүлек мөдире, 1947 й. — Муйнаҡ а/с рәйесе, 1954 й. — КПСС‑тың Ейәнсура район ком‑тында зона инструкторы, 1962 й. — “Октябрь байрағы” (ҡара: “Зианчуринские зори”) гәз. хеҙм‑ре, 1987—96 йй. Ейәнсура музейы директоры. Үҫәргән ырыуының ҡурай уйнау традицияларын дауам иткән. Репертуарында 100‑ҙән ашыу башҡорт халыҡ йыры һәм көйө, ш. иҫ. “Азамат”, “Буранбай”, “Зәлифәкәй”, “Ҡолой кантон”, “Сәлимәкәй”, “Төйәләҫ”, “Урал”, “Хисам” һ.б., бар. Ейәнсура район мәҙәниәт йортоноң ҡурайсылар ансамблен ойошторған һәм етәкләгән (1961; 1965 й. “халыҡ” исемен алған; 2004 й. Х. исеме бирелгән). Бөтә Союз үҙешмәкәр сәнғәт ижады смотры лауреаты (Өфө, 1952). 1‑се (1965) һәм 2‑се (1985) дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән. 1992 й. Ейәнсура р‑нында Х. ис. призға Район‑ара ҡурайсылар конкурсы булдырыла.

Ю.И.Ғәйнетдинов

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019