Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ БАЛЫҠЛЫ, Баҡалы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 413

ЯҢЫ БАЛЫҠЛЫ, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Баҡалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 7 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 80 км алыҫлыҡта Сөн й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 738 кеше; 1920 – 927; 1939 – 886; 1959 – 558; 1989 – 518; 2002 – 569; 2010 — 493 кеше. Татарҙар, керәшендәр йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1873 й. һәм 1896 й. араһында Бәләбәй өйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Балыҡлы а. (хәҙ. Иҫке Балыҡлы а.) кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. 1906 й. министрлыҡ мәктәбе, һыу тирмәне, 2 бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019