Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ БАРЯТИН, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

Просмотров: 357

ЯҢЫ БАРЯТИН, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Казадаевка а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т. табан 9 км алыҫлыҡта Ҡуғанаҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 467 кеше; 1920 – 575; 1939 – 608; 1959 – 519; 1989 – 318; 2002 – 496; 2010 — 613 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙе терр‑яһында Крәҫтиән реформаһынан һуң алпауыттар Падейскийҙан, Ястребованан һатып алынған ерҙәрҙә ш. уҡ өйәҙҙең Барятин а. (хәҙ. Иҫке Барятин а.) элекке алпауыт крәҫтиәндәре нигеҙ һала. Шулай уҡ Яңы Балякин исеме м‑н билдәле булған. 1896 й. 63 йортта 399 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мөгәзәй булған. 1906 й. ш. уҡ земство мәктәбе теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019