Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ БАШҠОРТ АЛФАВИТЫ КОМИТЕТЫ

Просмотров: 369

ЯҢЫ БАШҠОРТ АЛФАВИТЫ КОМИТЕТЫ, башҡорт яҙыуын ғәрәп яҙмаһынан латин яҙыуына күсереү өсөн 1924 й. июнендә БАССР Мәғариф ХК‑ның Ғилми үҙәге эргәһендә Ваҡытлы өлкә ком‑ты булараҡ төҙөлә, окт. БашҮБК эргәһендәге Я.б.а.к. итеп үҙгәртелә, 1927 й. майынан Бөтә Союз үҙәк яңы төрки алфавит ком‑ты ҡарамағында була. Ком‑т тарафынан башҡорт теленеңяңы алфавитын төҙөүҙең төп принциптары эшләнә (һәр өнгә бер хәреф тап килергә тейеш; ҡушма хәрефтәрҙе ҡулланыу, ш. уҡ 1 хәреф м‑н 2 өндө билдәләү рөхсәт ителмәй; латин алфавиты хәрефтәренең һаны етмәгән осраҡта уларҙы латин графикаһы нигеҙендәге башҡа төрки телдәр алфавитынан алырға йәки яңы билдәләр уйлап табырға кәрәк һ.б.), ентекләп тикшереү өсөн алфавиттың 3 проекты сығарыла (1924 й. окт.; 1925 й. марты; 1927 й. июне). 1928 й. июлендә латин графикаһы нигеҙендәге алфавитты раҫлау ком‑т эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһе булып тора. Ком‑т составында Ғ.Х. Алпаров, Х.Ғ.Ғәбитов (1926 й. — етәксе), А.С.Ибраһимов, С.Л.Рәмиев, С. Сөнчәләй, Ә.Хәбиби һ.б. эшләй. Әҙәб.: Ә х м ә р о в Ҡ.З. Башҡорт яҙыуы тарихенән: Башҡорт әҙәби теленең алфавите һәм орфографияһы тарихе. Өфө, 1972.

Э.Ф.Ишбирҙин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019