Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ БЕЙЕКТАУ, Ҡ ы ҙ ы л Я р, Һ ы у е р е, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

Просмотров: 287

ЯҢЫ БЕЙЕКТАУ, Ҡ ы ҙ ы л Я р, Һ ы у е р е, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Тәкәрлек а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 9 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 136 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 583 кеше; 1920 – 810; 1939 – 829; 1959 – 692; 1989 – 448; 2002 – 517; 2010 — 553 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Иванай урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 19 б. 1‑се ярт. Бөрөөйәҙе Йәлдәк улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ өйәҙҙең Гәрә улусы Бейектау а. (хәҙ. Илеш р‑ны Иҫке Бейектау а.) башҡорттары нигеҙ һала. 1865 й. 48 йортта 312 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Уч‑ще, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, 2 һыу тирмәне, мөгәзәй иҫәпкә алынған. 1920 й. Оло Бейектау булараҡ теркәлгән (халҡы 20‑се йй. булған Кесе Бейектау а. халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019